14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итергә булдыҡ.
Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63848654d9b9..
Башҡорт халҡы донъяның төрлө ҡәүемдәрендә йәшәй һәм улар һәр саҡ ата-бабалары төйәгенә, кендек ҡаны тамған тыуған еренә тоғро булып ҡала, ә иң әүҙемдәре халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡара, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә. Эйе, йөрәге халҡым тип янған, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән, уны ҡулланыу өлкәләрен киңәйткән, йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырған, һөнәренә һәм йәшенә ҡарамай, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған әүҙем, рухлы милләттәштәребеҙ бихисап. Бөгөнгө конкурс – тап аша шундай шәхестәр араһында. Яҡшы һүҙҙәрегеҙҙе, лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Дуҫтар, еңеүселәрҙе билдәләү – фәҡәт һеҙҙең ҡулда! Бының шарттары үтә ябай һәм йомғаҡ яһағанда түбәндәгеләр иҫәпкә алына:
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
Лайыҡлы тип тапҡан конкурсант өсөн тауыш бирергә;
Ошо яҙмаға лайк ҡуйып, шәхси диуарығыҙға репост яһарға кәрәк.
Конкурс 14 декабргә тиклем дауам итә. Бәйгеселәр хаҡында тулыраҡ һүрәтләмәләр төркөмдә сығасаҡ. Шулай уҡ уларҙың эшмәкәрлеге менән Бөтә донъя башҡорттарының төркөмөндә (https://vk.com/kurultaibashkir) танышырға мөмкин.
14 декабрҙә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс еңеүсе асыҡланасаҡ. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
"Башҡортостан" гәзите