26.01.2024
????Бөгөн "Һаҡмар" дуҫтарын йыя" исемле ҙур сара үткәрелеп, унда район баҫмаһына 2024 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһалды. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткәрелгән тантана ойошҡанлы үтте, подписканы ойоштороуға ярҙам иткән милләттәшттәребеҙ тәбрикләнде. Сарала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, район ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова, почта, мәғариф, мәҙәниәт, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа!" конкурсына йомғаҡ яһалды, иң яҡшы ауыл биләмәләренә һәм подписканы ойоштороуға күп көс һалған милләттәштәребеҙгә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
✍️"Һаҡмар" газетаһы