"ҮҪЕП КИЛГӘН БЫУЫНДЫҢ КҮҢЕЛЕНӘ МИЛЛИ РУХ ҺАЛЫРҒА БУРЫСЛЫБЫҘ"

"ҮҪЕП КИЛГӘН БЫУЫНДЫҢ КҮҢЕЛЕНӘ МИЛЛИ РУХ ҺАЛЫРҒА БУРЫСЛЫБЫҘ"

20.05.2022

"ҮҪЕП КИЛГӘН БЫУЫНДЫҢ КҮҢЕЛЕНӘ МИЛЛИ РУХ ҺАЛЫРҒА БУРЫСЛЫБЫҘ"

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арнап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан "Ижади майҙан" исемле ҙур проект Башҡортостан райондарын иңләүен дауам итә.
Сара бөгөн Йәрмәкәй районында үтә.

"Ижади майҙан" төрлө быуын вәкилдәрен берләштереүе менән әһәмиәтле. Балалар, йәштәр, өлкән йәштәгеләр - барыһы өсөн дә төрлө ижади, сәнғәт йүнәлештәре буйынса туғыҙ майҙансыҡ ойошторолдо: Йәрмәкәйгә Өфөнән күренекле яҙыусы-шағирҙар, рәссамдар, театр, кино әһелдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде. Сарала Йәрмәкәй районынан тыш, яҡын-тирәнән дә төрлө район вәкилдәре ҡатнаша.

"Ижади майҙан"ды асыу тантанаһында Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Әмир улы Райманов йыйылғандарҙың барыһын да сәләмләп район хаҡында һөйләне, уның көнкүреше менән таныштырҙы.

Йәрмәкәй балаларҙа илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, уларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше мөхитендә үҫтереү, лайыҡлы белем биреү йәһәтенән күп эштәр башҡара. Районда төп дөйөм белем биреү ойошмаларынан тыш, хәрби-патриотик, ял итеү лагерҙары, милли көрәш һәм башҡа спорт секциялары, балалар мәҙәниәт коллективтары эшләй.

"Үҫеп килгән быуындың күңеленә милли рух һалырға бурыслыбыҙ", - тине район хакимиәте башлығы Илшат Райманов.

"Аҡбуҙат" журналы "Ижади майҙан" сиктәрендә балалар менән осрашасаҡ.

"Йырлап-бейергә, күңел асырға ғына йыйылғанбыҙ тип уйларға кәрәкмәй. Мәҙәниәт аша Башҡортостандың киләсәген билдәләгән стратегияның үҫешен билдәләйбеҙ.
Балалар төрлө сит ил супермендары, осоп йөрөгән Кеше-үрмәксе тип ҡыҙа. Муса Гәрәев та осоп йөрөп, илебеҙгә тыныслыҡ яулаған. Ул Илеш районының ғына түгел, Башҡортостандың ғына түгел, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы. Беҙ журналыбыҙҙың май һанын тулыһынса Муса Гәрәевкә арнаныҡ.

Бөгөнгө майҙанда Ата-әсәләр комитеты ла ҡатнаша. Башҡорт телен мәктәптәрҙә өйрәнергә, ғаризалар яҙырға, Берҙәм дәүләт имтиханын бирергә кәрәк" , - тине журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Айгөл ҒӘБИТОВА


Возврат к списку