03.05.2026
Бөгөн Иҫке Собханғол ауылында йылдар дауамында үткәрелә килгән һәм Бөйөк Еңеү көнөнә арналған “Таң” гәзитенең күсмә кубогына еңел атлетика буйынса эстафета ярыштары үтте.
Күсмә кубоктарҙы ойошмаларҙың ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында - Бөрйән үҙәк район дауаханаһы командаһы, ойошмаларҙың ир-егеттәр командалары араһында - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе командаһы, ауыл биләмәләре араһында - Ҡыпсаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе командаһы, уҡыусылар араһында - Ғәлиәкбәр мәктәбе командаһы лайыҡлы яуланы.
Сара барышында район гәзите "Таң"ға һәм республика баҫмаларына яҙҙырыу ҙа ойошторолдо.
15 райондашыбыҙ икенсе ярты йыллыҡҡа "Таң" менән дуҫлыҡтарын нығытып ҡуйҙы. Улар араһында бүләктәр уйнатылды.
Фотолар: https://vk.com/album-13580677_309753658