Ҡаҙ бәпкәләре кемгә тәтене?

Ҡаҙ бәпкәләре кемгә тәтене?

12.04.2022

Ҡаҙ бәпкәләре кемгә тәтене?
Билдәле булыуынса, редакция коллективы “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһын бер нисә этапта үткәрергә вәғәҙә биргәйне. Һәм ошо көндәрҙә уның тәүгеһенә йомғаҡ яһалды. 31 мартҡа тиклем гәзитебеҙгә яҙылғандар араһында Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы, Кәрешкәнән “Л.Ф. Әхмәтов” һәм Сыңғыҙҙан “Н.Р. Уразбаев” КФХ-лары, ҡалалағы “Саптар” магазины (Ә.Х. Байегетова), Баймаҡтан шәхси эшҡыуарҙар Рәшит Йәнтүрин һәм Гөлкәй Ишембәтова, шулай уҡ “Һаҡмар” редакцияһы үҙҙәренең приздарын әҙерләне.

Шулай итеп, Баймаҡтан Г.В. Әминева – ”Йондоҙ” матурлыҡ студияһының 500 һумлыҡ сертификаты, Аҡтауҙан Фәрзәнә Арыҫланбаева – “Бөрйән ырыуы” энциклопедияһы, Беренсе Төркмәндән Зифа Илбулова – сәй сервизы, Үрге Иҙристән Айһылыу Салихова – ярты тоҡ он, Баймаҡ тан Н.З. Көмөшҡолов – аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, Ғәҙелбайҙан Рауил Йәмғоров һәм Ниғәмәттән Фәтхулла Кәримов – бер тоҡ һоло, Мерәҫтән Ишмөхәмәт Сырлыбаев һәм Йәрмөхәмәттән Мөхәмәт Йосопов – бер тоҡ арпа, Баймаҡтан Ғәйзулла Әблүзин – башҡорт ырыуҙары энциклопедияһы, Ишмырҙанан Зифа Иҙелбаева һәм Әминдән Гөлнур Баймөхәмәтова – 10 кг он, Түбәнән Зиннәтулла Бүләкәнов – плед, Байыштан Рафаэль Ласынов – “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау, Ишейҙән Алтынбикә Ҡарасурина – ҡаҙ бәпкәләре, Баймаҡтан Г.И. Баҙарғолова – яҫтыҡ, Ҡараталдан Мидәт Байрамғолов контейнерҙар йыйылмаһы отто.

Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Әйткәндәй, “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһының икенсе этабын иғлан итәбеҙ – ул 1 апрелдән 1 майға тиклем дауам итә. Был юлы иһә тағы ла еллерәк приздар уйнатасаҡбыҙ. “Һаҡмар”ға яҙылығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!

Редакция коллективы


Возврат к списку