Ағиҙел ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Ижади майҙан" үтте. Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларын иңләгән ҙур сара менән бергә "Аҡбуҙат"та сәйәхәт итә, һәр ерҙә балалар менән осраша, уларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, йәнһүрәт күрһәтә, уйындар уйнай.
Ағиҙелдең "Пин һәм ГВИН" 5-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Ағиҙел башҡорт гимназияһы уҡыусылары аҡбуҙаттарҙы ҡолас йәйеп башҡортса йыр-моң, бейеү менән ҡаршы алды. Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларҙы "Аҡбуҙат" менән таныштырҙы, туған тел, туған ил, шәжәрә һәм иман кеүек төшөнсәләр тураһында һөйләне.
"Аҡбуҙат" журналының биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова балаларға ҡоҙғондо һүрәткә төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Ни өсөн ҡоҙғонмо? Ағиҙел ҡалаһы Гәрәй ырыуы башҡорттары ерендә урынлашҡан, ә ҡоҙғондар гәрәйҙәрҙең ырыу ҡошо. Ҡасандыр был биләмәләр башҡорт тархандары Мутиндарға тәғәйенләнгән булған.
Оҫталыҡ дәресендә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында ҡоҙғондо иң матур итеп һүрәткә төшөрөүсе алты йәшлек Алина Дауытова 1-се урын яулаһа, мәктәп уҡыусыларынан 1-се класс уҡыусыһы Артем Тимерәевкә етеүсе булманы.
Осрашыуҙа балалар шулай уҡ башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын ятҡа һөйләне, үҙҙәре яҙған шиғырҙар менән дә таныштырҙы.
Нурия Миңғолова, Рузиль Усманов, Әминә Тураеваның шиғырҙары үрҙә әйтеп үтелгән ике еңеүсе һүрәт оҫталарыныҡы менән бергә "Аҡбуҙат" журналында донъя күрәсәк.
Балалар "Аҡбуҙат" тарафынан сығарылған "Урал батыр һәм Самрау батшалығы" йәнһүрәтен дә ҡараны, уларға сағыу һәм заманса картина бик оҡшаны.
Быйылғы башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткән "Ижади майҙан"күсмә сараһы Ағиҙелдә Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарын һәм Нефтекама ҡалаһынан делегациялар йыйҙы. Сара төрлө майҙансыҡтарға бүленеп эш итә, бында олоһона ла, кесеһенә лә, йәшенә лә, ҡартына ла ҡыҙыҡлы: йәштәр өсөн айырым майҙансыҡ эшләй, ата-әсәләр үҙҙәре бер ҡорға ойоша ала, сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. "Ижади майҙан"да Башҡортостандың күренекле сәнғәт, йәмәғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре урындағы халыҡ менән осраша.
https://vk.com/journal_akbuzat?w=wall-196702306_35982