"АҠБУҘАТ" "МАТБУҒАТТЫҢ АЛТЫН ФОНДЫ"НДА!

"АҠБУҘАТ" "МАТБУҒАТТЫҢ АЛТЫН ФОНДЫ"НДА!

25.05.2022

           Мәскәү ҡалаһында "Сифатлы матбуғат һәм уның үҫеш перспективалары" эшлекле форумы уҙа.
Сара сиктәрендә Бөтә Рәсәй "Матбуғаттың алтын фонды - 2022" конкурсына йомғаҡ яһалып, матбуғат баҫмаларына "Алтын фонд" билдәһен тапшырыу тантанаһы үтте.

          "Аҡбуҙат" журналы өсөн был ваҡиға үтә әһәмиәтле - баҫмабыҙ "Матбуғаттың алтын фонды" билдәһенә лайыҡ булды.
"Матбуғаттың алтын фонды" журналистика өлкәһендә абруйлы билдә һанала, ул баҫманың йәмғиәттәге һөнәри яуаплылығын, юғары кимәлен билдәләй.

            Шуныһы ҡыуаныслы - Башҡортостандан ундан ашыу баҫма был юғары баһаға лайыҡ.
https://vk.com/journal_akbuzat?w=wall-196702306_29006


Возврат к списку