"Аҡбуҙат" журналын Удмуртияла ла алдыралар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бер төркөм Удмуртия Республикаһының баш ҡалаһы Ижау ҡалаһында эш сәфәре менән йөрөп ҡайтты. Төбәктә бик күп милләттәштәребеҙ, Башҡортостандан сыҡҡан халыҡ йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ойошторолған "Ҡурай " башҡорт ойошмаһы "Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы" тип аталған конференция үткәрҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов үҙ сығышында "Бәйге" милли уйынына иғтибар бүлеп, Башҡортостандың Тәтешле районында был сара уҙғарылып, унда удмурт халҡы вәкилдәре командаһы ла ҡатнашыуы, киләсәктә удмурт ерендә ошондай уҡ сара ойошторорға тәҡдим итте. Ғалим Искәндәр Сәйетбатталов Ғәли Соҡоройҙоң эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, шиғырының тәржемәһен уҡыны. Удмуртияла Тәтешле райондарынан сыҡҡандар бик күп, улар өсөн башҡорт яҙыусыһының эшмәкәрлеге менән танышыу бик ҡыҙыҡлы булды. "Без - башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев был төбәктәге башҡорт ырыуҙары тарихын һөйләне.
Удмуртияның милли сәйәсәт министры Эдуард Петров менән "Удмурт Кенеш" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Татьяна Ишматова ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә киләсәккә пландар ҡоролдо.

"Аҡбуҙат" журналы "Донъя әҙәбиәте - башҡорт телендә" рубрикаһында донъя яҙыусылары менән таныштыра бара. Киләсәктә удмурт балалар яҙыусылары ижады менән таныштырырбыҙ. Сараға удмурт балалар журналы - "Кизил"дың баш мөхәррире Юргис Алексеев та килгәйне. Тиражы - 2000 - дән күберәк.Уларҙың балалар баҫмаһы ла айына бер тапҡыр сыға, баҫыла башлауына бына инде дүрт тиҫтә булып килә. Улар ҙа башҡорт яҙыусылары ижады менән таныштырырға әҙер. "Аҡбуҙат" журналын алдырыусылар ҙа бар.

Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Ада Диева Ғайнан Әмириҙең әҫәрҙәрен удмурт теленә тәржемә иткән. Ул шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын донъя телдәренә тәржемә итеү проектына ҡушылды. Видеоны тәҡдим итәбеҙ. Ошо уҡ шиғырҙы Удмуртмяның халыҡ шағиры Вячеслав Ар-Серги удмурт теленә тәржемә итте. Ул фейсбукта баҫылды.
Лариса Абдуллина,."Аҡбуҙат' журналының баш мөхәррире