Ағиҙел" журналына 100 йәш!
18 февраль Башҡортостан Яҙыусылар союзында "Ағиҙел" журналы лауреаттарын ҡотлау сараһы үтте.
"Ағиҙел"дең матур сараһында журналдың 100 йыллыҡ юбилейына старт бирелде. Был тарихи ваҡиға алдағы йылда, йәғни 2023 йылда буласаҡ.
Осрашыуға килеүселәр оло юбилейға әҙерлек юғары кимәлдә булырға тейеш, тип билдәләне.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, журналдың элекке баш мөхәррирҙәре, Әмир Әминев, Рәлиф Кинйәбаев, шағирәләр Тамара Искәндәриә, Айһылыу Ғарифуллина, әҙибә Фәрзәнә Аҡбулатова, яҙыусы ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, Татарстан ҡунаҡтары Фирҙәүес һәм Йәдкәр Бәшировтар үҙҙәренең эшлекле фекерҙәрен әйттеләр.

Популяр артистар Заһир Байыҡ менән Рифат Йәмлихиндың сығыштары сараға йәм өҫтәне.
https://vk.com/agidel_rb?z=photo146882374_457245028%2Fwall-160399505_23006