“Ағиҙел” журналының 100 йыллығына бағышлана
“Ағиҙел” журналы биттәрендә баҫылған иң шәп проза һәм поэтик әҫәрҙәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәрим исемендәге премияға конкурс иғлан итәбеҙ!
Мостай Кәрим – Башҡортостан тарихында иң абруйлы, иң бөйөк һәм иң танылған шәхестәренең береһе. Әҫәрҙәрендә милләтебеҙҙең рухи юғарылығын күрһәткән, республикабыҙҙы ла, әҙәбиәтебеҙҙе лә донъяға танытҡан, башҡорт халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, туған телебеҙгә мәҙхиә йырлаған олуғ шағирыбыҙ, аҡыл эйәһе Мостафа Сафа улы Кәримов мираҫы ваҡыт һынауҙарын лайыҡлы үтеп, замана елдәренә һис бирешмәй ғорур баҫып торған ҡаялай һәм бөгөнгө замандаштарыбыҙ өсөн дә, ижадсыларға ла ышаныслы маяҡ ул.
Уның прозаһы халҡыбыҙҙың сабыр аҡылын асһа, драмаларында иһә милләтебеҙҙең генә түгел, дөйөм кешелектең рухи үҫеш юлы сағыла, халыҡ шағирының поэзияһында, беренсенән, халҡыбыҙҙың барса булмышы ярылып ятһа, икенсенән, киң ҡоласлылыҡ менән динамика, тәрән фәлсәфә менән тормошҡа ябай, бөҙрәләтмәй ҡараш ташлай белеү, еңел аяҡлылыҡ та ғәжәйеп шәкелдә йәнәшә килә. Мостай әҫәрҙәре аша һутлы телебеҙҙең матурлығына ҡабат-ҡабат ғашиҡ булабыҙ, шуға ла уның әҫәрҙәре еңел уҡыла. Тап шул үҙенсәлек уларҙы уҡымлы, халыҡсан итә лә инде.
Халыҡ шағирының ғаиләһе тарафынан ойошторолған Мостай Кәрим исемендәге Фондтың төп бурысы – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү һәм күтәреү.
“Ағиҙел” журналы, Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә, журнал биттәрендә 2022 йылдың мартынан алып 2023 йылдың март һанынаса баҫылған иң шәп сәсмә һәм теҙмә әҫәрҙәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге премияға конкурс иғлан итә! Был оло сара әҙәбиәтебеҙҙә Мостай традициялары йәшәүен дауам итһен, үҫһен тигән маҡсатҡа ярашлы ойошторола.
Конкурс шарттары ябай, тик талап ҡаты.
- Проза йә поэтик әҫәрҙең художество юғарылығы, темаларҙың көнүҙәклеге һәм көслө тәҫире, телдең һутлы һәм йор булыуы бигерәк тә күҙ уңында тотоласаҡ.
- Темалар, жанрҙар, күләм сикләнмәй. Премияға роман да, шул уҡ ваҡытта хикәйә лә, дастан-поэма ла, шулай уҡ айырым шиғри шәлкем дә дәғүә итә ала.
- Бөгөнгө заман темаһын асҡан, дәүер проблемаларын күтәргән, башҡорт телен данлаған, башҡорт рухын асҡан һәм дә “Үлмәҫбай” әҫәре стилендәге йор һүҙле, тапҡыр, шаян телле әҫәрҙәргә күпмелер өҫтөнлөк бирелеүе лә мөмкин.
- Бәйгелә бығаса бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән өр-яңы әҫәрҙәре менән Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары ғына ҡатнаша ала. Баһалама ағзалары ла ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
- Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙә мотлаҡ “Мостай Кәрим исемендәге конкурсҡа” тигән билдә булырға тейеш. Эштәр “Ағиҙел” журналының электрон почтаһы (адрес: agideljurn@mail.ru)аша ғына ҡабул ителә.
Баһалама ағзалары: Әлфиә Кәримова (Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры), Мөнир Ҡунафин (журналдың баш мөхәррире), Ҡәҙим Аралбай, Гүзәл Ситдикова, Әхмәр Үтәбай, Гөлнара Хәлфетдинова (журналдың поэзия бүлеге мөдире) тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡараясаҡ.
“Проза” һәм “Поэзия” номинацияһында 100 мең һумлыҡ ике премия тапшырыласаҡ.
Еңеүселәр “Ағиҙел” журналының 100 йыллығын билдәләү тантанаһында бүләкләнәсәк.
https://vk.com/agidel_rb