"Аҡмулла арбаһы" Баймаҡҡа барып ҡайтты
26 сентябрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадын туплаған «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығының исем туйы, “Ағиҙел” журналының Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына башҡарылған “Аҡмулла арбаһы” проектының презентацияһы булып үтте.
Кисәнең тәүге өлөшөндә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре Әхмәр Үтәбай, Луиза Кирәева “Аҡмулла арбаһы” проекты менән таныштырҙы, заманыбыҙ хаҡындағы уйланыуҙары менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ЗУМ аша журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин да сығыш яһаны. Артабан «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» авторҙары һүҙ алды: шиғырҙарын, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихын һөйләне.
Драматург һәм прозаик Әминә Яхина “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылған “Китап бүләк итәм” акцияһы буйынса Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеванан эстафетаны һәм бүләккә “Ҡарағай менән аҡ бейеү” китабын ҡабул итеп алып, яҙыусы Рәйсә Иҫәнбаеваға “Башҡорт туй йолалары” китабын һәм “Ағиҙел” журналының “Күктәргә осто йәнем” повесы ингән 8-се һанын бүләк итте.
#Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы
#Аҡмулла_арбаһы #Ағиҙелгә100 #китап_бүләк_итәм
#ФСГОРБ #ГрантыРБ
https://vk.com/agidel_rb?w=wall-160399505_30396