18.05.2026
Баймаҡ районының "Һаҡмар" гәзите яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыуҙы матур йолаға әйләндергән. 6 апрелдән гәзиткә ташламалы хаҡ менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителеп, төп призға аэрогриль ҡуйылғайны.
Бүләк Таулыҡай ауылында йәшәүсе Зинаида Үҙәнбаева өлөшөнә төштө. Ошо арала уға приз тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!