Афарин, Айгөл!
"Ағиҙел" журналының 100 йыллығына бағышланған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсында "Сынаяҡтағы донъя" повесы менән еңеүсе хеҙмәттәшебеҙ, "Аҡбуҙат"тың бүлек мөхәррире Айгөл Йәмилева-Ғәбитованы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уҡымлы әҫәрҙәрең менән халыҡ күңелен яулап, илһамланып ижад итергә, сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын! Яулайһы үрҙәрең, юғарыраҡ уңыштарың алда әле, ҡәләмдәшебеҙ!!!