Ҡаранйылға балаларына – “Аманат”!
Миниә Хәсәитдин ҡыҙы Вәлиева, Сәйетбаба мәктәбендә урта белем алғандан һуң БДПИ-ның сит телдәр, психология факультеттарын тамамлай. Педагогика фәндәре кандидаты. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт пҽдагогия үнивҽрситҽтында, һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт унивҽрситҽтында эшләй.
Әлеге мәлдә тыуған Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында йәшәй.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауыл, район тормошонда, бөтөн йәмәғәт эштәрендә иң әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе.
Педагог булараҡ, Миниә Хәсәитдин ҡыҙы, Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында, Сәйетбаба, Ҡаранйылға мәктәптәрендә үткәрелгән төрлө сараларҙа көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ.
Быйылғы йыл Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡыусылары өсөн айырыуса, ҡыуаныслы башланып китте. Миниә апай, мәктәп уҡыусыларына, 2023 йылға яҙылып, “Аманат” журналын бүләк итте.
– Ауылдашыбыҙ, Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған абруйлы ғалим, төркиәтсе, яҙыусы Жәлил Кейекбаев кеүек, беҙҙең балаларыбыҙ аҡыллы кешеләр, Илебеҙ ғорурлығы, таянысы булып үҫер, тигән өмөттәмен. “Аманат”ты уҡып, уның төрлө ижади конкурстарында ҡатнашһындар. “Аманат” менән бергә шиғырҙар, әкиәттәр ижад итһендәр, һүрәттәр төшөрһөндәр. Был энциклопедик журнал һәр өйгә кәрәкле баҫма. Уҡыусыларҙың эш өҫтәлендә булырға тейеш, – ти, Миниә Хәсәитдин ҡыҙы.
Балаларҙың журналға булған ихтыяжын аңлап, күңелдәрен күреп, Яңы йыл бүләгенә нәҡ “Аманат”ты һайлауығыҙ өсөн үҙегеҙгә ҙур-ҙур рәхмәттәр яуһын!
Аллаһ Тәғәлә әжер-сауаптарын меңләтә ҡайтарһын! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, матур ваҡиғаларға бай, хәйерле үә бәрәкәтле тормош юлы теләйбеҙ!
“Аманат”тар