Айгиз Баймөхәмәтов - Яҙыусылар союзы рәйесе!

Айгиз Баймөхәмәтов - Яҙыусылар союзы рәйесе!

19.12.2022

Яҙыусылар союзының XIX съезында 34 йәшлек яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов күпселек тауыш менән берләшмә союзы рәйесе итеп һайланды.
Айгиз Ғиззәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!


Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде һәм бер ук ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегияһы составына индерелде.

2020 йылдың июнендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.



Возврат к списку