Бөгөн журналист Венер Исхаковтың тыуған көнө

Бөгөн журналист Венер Исхаковтың тыуған көнө

20.03.2022

Һутлы телле яҙыусы
Билдәле башҡорт яҙыусыһы – сатирик, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе, “Һәнәк”тең иң яҡын дуҫы Венер Айҙар улы ИСХАҠОВ бөгөн матур юбилейын билдәләй.

Ғибрәтле хәл-ваҡиғаларҙы, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе юмористик хикәйәләре аша халыҡҡа шыма ғына итеп еткерә белеүсе сатира оҫтаһын, яратҡан дуҫыбыҙҙы ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Тормоштоң иң йәмле мәле,

Илле биш – ул әҙ әле!

Алда әллә күпме шатлыҡ!

Күпме бәхет, наҙ әле.

Ғүмереңдең был миҙгеле –

Туҡтап бер йырлап алыу,

Үткәндәргә шөкөр итеп,

Киләсәккә юл һалыу!

“ҺӘНӘК”тәр.


Возврат к списку