Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!

Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!

Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын! 13.03.2024

Изге Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Уны хәлебеҙҙән һәм мөмкинлегебеҙҙән килгәнсә ураҙа тотоп, изгелек ҡылып, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек күрһәтеп үткәрәйек, хөрмәтле дин-ҡәрҙәштәр!
Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!
Шул айҡанлы гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”-бүләк” – изгелек кәштәһе” акцияһын иғлан итәбеҙ. Уны элекке баш мөхәрриребеҙ ҒИМАЛЕТДИН МИНҺАЖ улы ЯРУЛЛИН башлап ебәрҙе. Бик хуп! Үҙенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғималетдин Минһаж улы Ҡыйғы районының Йыланлы ауылындағы балалар өсөн социаль приютҡа 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырҙы.
"Йәншишмә" гәзитенән


Возврат к списку