БАШҠОРТЛОҠТО УЯТЫУЫ БЕР ҠАСАН ДА ҺУҢ ТҮГЕЛ

БАШҠОРТЛОҠТО УЯТЫУЫ БЕР ҠАСАН ДА ҺУҢ ТҮГЕЛ

04.07.2022

БАШҠОРТЛОҠТО УЯТЫУЫ БЕР ҠАСАН ДА ҺУҢ ТҮГЕЛ



"Аҡбуҙат"тың ҡанаты Екатеринбургта "елпене" — бында йәшәгән кескәй башҡорттар менән осраштыҡ.

Свердловск өлкәһе Белояр районында йәшәгән Ян Тимерғәзиев һеңлеһе Зарина менән күптән түгел Башҡортостанда үткән "Тамырым — башҡорт" балалар һәм үҫмерҙәр форумында ҡатнаша.

— Күп тиҫтерҙәрем менән аралаштым, улар туған башҡорт телдәрендә иркен һөйләшә, миндә, башҡортса хәбәр ҡыҫтыра алмағас, уңайһыҙланыу тойғоһо яралды, - ти Ян, - шунда уҡ башҡорт телен өйрәнеү теләге уянды.

Ян Башҡортостандан ҡайтмаҫ борон уҡ башҡорт һүҙҙәрен, тәржемәләрен һәм мәғәнәләрен теркәй башлай, ҡайтҡас та был теләге һүрелмәй. Өҫтәүенә, Өфөләге РЭЛИ-ға уҡырға инеү теләге менән яна, имтихандарҙың һөҙөмтәләрен көтә.

Һеңлеһе Заринаға ла Башҡортостанда үткәргән көндәр бик оҡшай, айырыуса Өфө төрлө тарихи, мәҙәни урындары менән күңеленә ята.

Әсәйҙәре Гүзәл ханым тамырҙары менән Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан.
"Яҡын арала Башҡортостанға күсергә йыйынабыҙ", - тине ул.

Иң бәләкәйҙәре Элина ла ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Дүрт йәшлек ҡыҙсыҡ "Аҡбуҙат" журналының һәр битен ихласлап күҙҙән үткәрҙе, бер һүрәтен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.

Диана Мөхәмәтшинаға һигеҙ йәш. Ул яттан шиғырҙар һөйләргә ярата.
— Стәрлетамаҡтан Екатеринбург ҡалаһына күскәнемә инде 16 йыл. Бында тормошҡа сығып, Аделина, Диана исемле ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Башҡорттар үҙ-ара бәйләнеш тотабыҙ, баштан уҡ булмаһа ла, киләсәктә ҡыҙҙарыбыҙҙа туған телдәренә һөйөү, уларҙа милли үҙаң уятырға ине. Урамдан үткәндә башҡортса телмәр ишетһәм, күңелгә рәхәт булып китә, туған телгә, милләттәштәргә тартылыу кәрәк ул, - ти әсәһе Гүзәл Мөхәмәтшина.
Ике Гүзәл ханымдар ҙа һуңғы арала балаларыбыҙҙа башҡортлоҡҡа иғтибар, ҡыҙыҡһыныу артты тип ҡыуана.

Баланың туған телен белеп үҫеүе бик мөһим, шулай ҙа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул был мөмкинлектән мәхрүм ителгән икән, балала ла, хатта өлкән кешелә лә башҡортлоҡто уятыуы бер ҡасан да һуң түгел.
Свердловск өлкәһендә йәшәгән кескәй милләттәштәребеҙ һәм уларҙың әсәләре менән артабан да бәйләнеште өҙмәҫкә һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.

Был осрашыуҙы ойошторорға ярҙам иткән Сведловск өлкәһе башҡорттарының тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Светлана Ҡолмырҙинаға, ошо уҡ үҙәк белгесе Руслан Һәүбәновҡа ҙур рәхмәт!

Айгөл ҒӘБИТОВА, Екатеринбург.


Возврат к списку