“Башҡортостан ҡыҙы” - «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ

24.12.2021

“Башҡортостан ҡыҙы” - «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ

«Матбуғаттың алтын фонды» конкурсы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә донъя күргән 123 баҫма «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ булды. Башҡортостандан I, II һәм III дәрәжә билдә алыусылар исемлегендә 13 гәзит һәм журнал, шул иҫәптән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ла бар. Беҙҙең редакция I дәрәжә знак менән билдәләнеүе тураһында хәбәр алдыҡ.

Конкурс «Журналист» нәшриәт йорто тарафынан Федерация Советы, Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы ярҙамында 2005 йылда ойошторола.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы коллективы ҙур награданы үҙ хеҙмәтенә тейешле баһа тип ҡабул итә. Яңы йыл алдынан алған ҡыуаныслы был хәбәр эшкә дәрт өҫтөй, баҫмабыҙҙы тағы ла матурыраҡ, йөкмәткелерәк итеп сығарыу теләге уята. Конкурс шарттарына ярашлы, «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһе йыл буйынса журналыбыҙҙың тышында алтынланып балҡып торасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-24/bash-ortostan-y-y-matbu-atty-altyn-fondy-2022-bil...

Возврат к списку