«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2022 йылғы лауреаттары

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2022 йылғы лауреаттары

01.01.2023

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2022 йылғы лауреаттары
Тәнзилә Дәүләтбирҙина – 3-сө һанда баҫылған ҡатын-ҡыҙ күңеленең нескәлеге, иң яҡты мөхәббәт хистәре менән һуғарылған «Матурҡай» һәм 6-7-се һандарҙа донъя күргән аяуһыҙ тормош ысынбарлығын образлы итеп һүрәтләгән «Ҡарғыш» исемле хикәйәләре өсөн.

Альбина Ишморатова – йыл дауамында «Тәбиғәткә сәйәхәт» рубрикаһы аҫтында тыуған яҡ тәбиғәтебеҙҙең иң хозур мөйөштәре менән таныштырған һәм уларҙың илаһи матурлығы серен асҡан мауыҡтырғыс мәҡәләләр шәлкеме өсөн.

Надежда Крылова – уҡыусыларыбыҙҙың хоҡуҡи мәғлүмәтлеген күтәреүгә йүнәлтелгән, ғаиләне яҡлаусы ҡануниәтте төшөндөргән һәм мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйландырған «Һәр балаға – әсә наҙы, ата һөйөүе» (6-сы һан), «Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!» (7-се һан) тигән әңгәмәләре, «Йыһан ҡанундары көслөрәк» яҙмаһы (12-се һан) өсөн.

Гөлнар Төхбәтова – йыл дауамында журналыбыҙҙың күркәм булып нәшер ителеүендә верстка инженерының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, хеҙмәттәшебеҙҙең тырыш һәм ентекле эшмәкәрлеге өсөн.
https://bashkizi.ru/articles/khush-kil-e-ya-y-yyl/2022-12-30/bash-ortostan-y-y-ny-2022-yyl-y-laureat...


Возврат к списку