“Башҡортостан ҡыҙы”ның сираттағы сәфәре Шишмә районының иң һоҡланғыс ауылдарының береһе – Мең ырыуы башҡорттары төйәк иткән Түбәнге Хәжәткә арналды. Ауыл мәҙәниәтен үҫтереүсе, район тормошон биҙәүсе һәүәҫкәрҙәрҙе берләштергән “Фатима” фольклор ансамбле йыр менән ҡаршы алды. Халыҡтың ихласлығы, ҡунаҡсыллығы, берҙәмлеге һоҡландырҙы: кәңәш алырлыҡ оҫталар, үрнәк булырҙай инәйҙәр, ил ағалары бар был ауылда. Журналыбыҙҙы дәррәү яҙҙырып, яратып уҡыған тоғро уҡыусыларыбыҙ менән Дим буйында үткән йәнле осрашыу ауыл тарихын бәйән итеү, шиғриәт минуттары, йыр-моң менән үрелде. Береһенән-береһе оҫта хужабикәләр әҙерләгән башҡорт ризыҡтары, усаҡта бешкән бишбармаҡ, самауыр сәйе, ауылдың милли колоритын, асылын билдәләгән ҡул эштәре өлгөләре, күҙҙең яуын алып торған милли биҙәүестәр, ауылдың йөҙөк ҡашы булырҙай аҫыл кешеләре – барыһы ла күңелдә иң яҡты тойғолар ҡалдырҙы.
Шишмә районындағы Түбәнге Хәжәт – йәмле Дим буйында урынлашҡан бай тарихы, гүзәл тәбиғәте, уңған, дәртле халҡы менән дан тотҡан боронғо ауылдарыбыҙҙың береһе. Архив документтары ауылдың барлыҡҡа килеүен 1859 йыл менән бәйләй, әммә зыяратта табылған таштағы яҙыуҙарға ярашлы, уға нигеҙ 1408 йылда һалынған, тип фараз ҡылырға була. Бында ауыл күрке булған апай-инәйҙәрҙе үҙенә туплаған “Фатима” фольклор ойошмаһы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнеп, халыҡтың аҫыл ынйыларын киләсәк быуынға бөтә сағыулығында тапшырыу, тирә-яҡҡа танытыу өсөн бөтә тырышлығын, йөрәк көсөн һала. Ойошма етәксеһе, ҡасандыр Баймаҡ районынан килен булып төшкән һәм тиҫтә йылдар эсендә ошо бәрәкәтле ергә берегеп, өлгөлө донъя көткән Әнисә Мостафа ҡыҙы Әлмөхәмәтова ауылы һәм уның тарихы, рухлы яҡташтары, башҡарған изге ғәмәлдәре хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә риза. Ә бит ысындан ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Түбәнге Хәжәттәр төрлө сараларҙа, программаларҙа ихлас ҡатнаша. Улар яңыраҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 4-се урын яулаған. “Айыҡ ауыл” проектына бик теләп ҡушылдыҡ. Етди маҡсат ҡуйғас, район буйынса беренселекте алырыбыҙға тамсы ла шикләнмәнек, республика кимәлендә 4-се урын – матур күрһәткес, оло еңеү ул”, – ти Әнисә Мостафа ҡыҙы. “Атайсал” проектында ла ҡатнашыусылар бар. Олоһо, кесеһе – һәр кеме ауыл үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә йыл да ауыл биләмәһе өсөн мөһим эштәр башҡарыла: ауыл зыяратын кәртәләгәндәр, мәсет төҙөгәндәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса өмә үткәрәләр. Ауылға инеү менән сәләмәт тормошҡа әйҙәгән баннер тора. Хәжәт ауылы уртаһында Абдулҡадир ишанға, йолаһына тап килтереп аят уҡытып, ҡәбер ташы ҡуйғандар һәм уны уратып кәртәләгәндәр, был изге ваҡиғанан һуң ысындан ауылға бәрәкәт, тыныслыҡ, именлек ҡайтҡан, сәләмәт балалар тыуа башлаған. Ошо һәм башҡа мөғжизәләр, ауыл тормошо, уларҙың үҙенсәлекле шәхестәре, киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттары менән тулыраҡ журналыбыҙҙың июнь һанында таныштырырбыҙ.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-05-23/bash-ortostan-y-y-zhurnaly-shishm-l-s-f-r-3269426