11.10.2023
Минск ҡалаһында саралар бөгөн башлана, уларҙа республика яҙыусылары ҡатнаша. Беларусь баҫмаларында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре донъя күргән. Беҙҙең республика журналдары белорус яҙыусыларының ижад өлгөләрен башҡорт һәм рус телдәрендә сығара.
11 октябрҙә Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә була.
Фото: Айгиз Баймөхәмәтов сәхифәһенән.