Белоретта дуҫтарыбыҙ арта

Бөгөн "Йәншишмә" редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VII, VII синыф уҡыусылары араһында йылы осрашыу булды. Иҙел башында йәшәгән дуҫтарыбыҙ менән онлайн форматта, ЗУМ аша һөйләшеп алдыҡ. Әңгәмә, әлбиттә, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында барҙы.
Яныбай Хамматов исемендәге гимназияла һәләтле, ижадҡа ынтылған балалар күп. Белем усағының үҙ телевидениеһы, "Бәйләнештә" селтәрендә "Арғымаҡ" тигән бик йөкмәткеле төркөмө бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова уҡыусыларын, йәш журналистарын дәртләндереп, яңы бәйгеләр ойоштороп ҡына тора. Әле бына "Башҡорт баҫмаһы" тигән конкурс иғлан иткәндәр. Иң күп башҡорт гәзит-журналдарына яҙылған ғаиләгә бүләк тә әҙерләнгән.
Уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн сыҡҡан матбуғат баҫмаһы менән дуҫ булыуы шәп инде ул. Яҙышып, мәҡәлә, шиғыр, нәҫер, әкиәттәрен ташҡа баҫтырып та торһалар, портфолиоларына һалып ҡуйырға мөмкин. Ә бының киләсәктә юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә файҙаһы тейәсәк, айырыуса филологияны, журналистиканы һайлағанда. Шуға ла йәш дуҫтарыбыҙға ҡыйыуыраҡ булырға, ижад емештәрен редакцияға ебәреп торорға тәҡдим иттек. Гәзиткә яҙышыу үҙ фекереңде ҡыйыу итеп әйтергә өйрәнергә лә ярҙам итә. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаң да, матур итеп яҙа белеү файҙаға ғына бит.
Белореттар киләһе йылға "Йәншишмә" гәзитен күберәк алдырырға теләктәрен белдерҙе. IX синыфтан Эдгар Хәйруллин беренселәрҙән булып яҙылып та ҡуйған.
Белеүегеҙсә, 6 - 16 декабрҙә матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин. Донъяла башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзит - Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите "Йәншишмә"гә һеҙ ҙә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡуйығыҙ, дуҫтар!
Фотола: Яныбай Хамматов исемендәге Белорет башҡорт гимназияһының VII һәм VIII синыф уҡыусылары.
"Йәншишмә" гәзите