Өфө ҡалаһында ейәнсураларҙың осрашыуы үтте

Өфө ҡалаһында ейәнсураларҙың осрашыуы үтте

Өфө ҡалаһында ейәнсураларҙың осрашыуы үтте 02.12.2023

Кисә, Өфө ҡалаһында ейәнсураларҙың осрашыуы сиктәрендә, "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы #изгеподписка акцияһы үткәрҙе.

Яҡташтарыбыҙ:
шағир, эшҡыуар Азамат Юлдашбаев;
филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Вадим Толомбаев;
Рәсәй фәндәр академияһының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, физика-математика фәндәре докторы Айрат Назаров;
"Үҫәргәндәр ере" арт-объекты авторы Рәлиф Яҡшымбәтов;
"Йәшлек" гәзите, Үҫәргән ырыуының ҡор башы Артур Дәүләтбәков;
эшҡыуар, популяр йырсы Нәжип Юлдашбаев;
хеҙмәттәшебеҙ, "Башҡортостан" ТРК-һы идаралығының документация тәьминәте бүлеге хеҙмәткәре Гөлшат Имелбаева;
йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин
күп балалы, улдары йәки ирҙәре махсус хәрби операцияла булған ғаиләләргә, уҡытыусыларына киләһе ярты йыллыҡҡа "Ейәнсура таңдары" гәзитенә подписка бүләк итте.

???? Афарин, райондаштар! Ҡылған изгелектәрегеҙҙең һауаптары насип булһын!

Әлмира Әюпова,
"Ейәнсура таңдары" газетаһының баш мөхәррире


Возврат к списку