22 июндән 30 июнгә тиклем "МИНЕҢ САҒЫУ ЙӘЙЕМ" фото һәм видео конкурсы иғлан итәбеҙ!
Балалар!
22-30 июнь арауығында ошо яҙма аҫтына йәйге ялығыҙҙы сағылдырған фото йәки видео ебәрегеҙ;
Ата-әсәйегеҙҙән яҡын дуҫығыҙҙы йәки танышығыҙҙы, туғанығыҙҙы, күршегеҙҙе "Аҡбуҙат" журналының икенсе ярты йыллығына яҙҙыртығыҙ, квитанцияны фото йәки видео янына беркетегеҙ.
Журналыбыҙҙың ошо төркөмөнә яҙылырға онотмағыҙ!
Был яҙмаға лайк ҡуйығыҙ!
Еңеүсе 30 июндән 7 июлгә тиклем төркөмөбөҙҙә барған тауыш биреү буйынса билдәләнәсәк.
Дүрт ядролы процессоры, камераһы, 1280х800 пикс экраны булған планшет кемгә эләгер икән?!