Гәзитебеҙ менән дуҫлыҡтары ныҡ
"Башҡортостан" гәзитен ҙур теләк менән алдырабыҙ һәм уҡыйбыҙ", - ти Ауырғазы районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ғәзиева. Уның һүҙҙәренә ярашлы, бөгөн райондың һәр китапханаһында республиканың төп баҫмаһын уҡырға була.
Ғөмүмән, бында китап уҡыусылар менән эш яйға һалынған - мәҫәлән, "Мөғжизәләр иле", "Креатив биләмә", "Уңыш залы" кеүек проекттар тормошҡа ашырыла, әҙәбиәт һөйөүселәр менән төрлө саралар үткәрелә. Хатта үҙенсәлекле "интерактив ҡомлоҡ" та урынлаштырылған - уның ярҙамында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө уйындар ойошторола.
Үҙәк китапхана фондында бөгөн 75 меңдән ашыу китап һаҡлана.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН