Гәзитте яратып уҡый

Гәзитте яратып уҡый

13.03.2022

Илнар гәзитте яратып уҡый

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Илнар Аҡһаров та "Йәншишмә" ле булды. Почта бүлексәһенә барып, яратҡан гәзитенә яҙылып ҡайтҡан. Маладис! Уҡытыусылары Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы ла шәп! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Ҡәҙерле дуҫтар! Әле гәзит-журналдарға 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына алдан яҙылыу бара. 31 мартҡа тиклем генә дауам итәсәк. Был акция ваҡытында "Йәншишмә"гә күпкә арзаныраҡ хаҡ менән яҙылырға була, һуңынан артыуы көтөлә.

Автор:Зөһрә Хәкимова


Возврат к списку