Ишембайҙан - яугирҙарға ярҙам

Ишембайҙан - яугирҙарға ярҙам

Ишембайҙан - яугирҙарға ярҙам 30.04.2026


Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция ветераны Йәмил Яҡупов гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡта булып ҡайтты.

Ишембай ҡалаһы һәм районының "Торатау" гәзите ҡыҙҙары, яугирҙың кәрәкле әйберҙәр туплауын ишеткәс тә, йәһәт кенә медикаменттар, тәм-том, еүеш салфеткалар, газ баллондары һатып алып, йәшниктәргә тултырып әҙерләп ҡуйған.

Йәмил Яҡупов гуманитар ярҙамды яугирҙарға тапшырып, МХО биләмәһенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. "Бындай миссияны бары берҙәмлек һәм татыулыҡ менән генә үтәп була – беҙ уға өлөш индерә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ", - ти редакция хеҙмәткәрҙәре.


Возврат к списку