«ИЗГЕЛЕКТӘ – ҒАЛӘМ КӨСӨ...»

Луиза Кирәева Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2004 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай һәм шул уҡ йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Йәш ғалимәнең яҙмалары «Ватандаш» журналы уҡыусыларына яҡшы таныш. Уның әҙәби тәнҡиткә ҡағылышлы мәҡәләләре тәрән анализға, сағыштырма-тарихи күҙәтеүгә ҡоролған. Әле Луиза Риф ҡыҙы «Ағиҙел» журналында эшләй. Буш ваҡытында милли аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә ярата, матур-матур гөлдәр үҫтерә. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
"Ватандаш" журналы