20.09.2023
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбендә “Йәншишмә” Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов ҡунаҡта булды.
"Йәншишмә"гә – күп төҫлө булып нәшер ителгән бай тарихлы гәзитебеҙгә, һәр ваҡыт дәррәү яҙылабыҙ. Тимәк, эстәлеге йөкмәткеле булған гәзитебеҙ, ышаныслы уҡыусылары булғанда, нәшер ителеп, барыбыҙҙы ҡыуандырып торор, - тиҙәр гәзиткә йыл да дәррәү яҙылған балалар.