Әбйәлил районының «Йәйғор» әҙәби берекмәһе етәксеһе Фәнүзә Биктимерова "Йәшлек"тәргә арнап таҡмаҡ әйтте.
"Йәшлек"тәр килде, тигәс...
(Марселдең аҙашҡаны, ҡурҡҡаны...)
"Йәшлек"тәр килде, тигәс,
Сабып килдем Хәмиткә.
Шаҡарғанға барып еткәс,
Саҡ ҡалманым кәмиткә.
Ауыл күренгәс инде,
Атым ҡалды туҡ(ы)рап.
Текәһенән ҡурҡып инде
Төшөргә булдыҡ урап...
Ике күпер урап үткәс,
Юғалдым мин тағы ла.
Урамында аҙашҡанмын,
Барып сыҡтым Ҡағыға .
Марсель Хамматов