Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, форумдың маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу.
Фестиваль Совет майҙанында һәм Совет, Пушкин урамдары эргәһендәге биләмәләрҙә үтә. Бында сатырҙар, ваҡиғалар майҙансыҡтары, лекторий зоналары булдырыласаҡ. Май башына ҙур нәшриәттәрҙән, сауҙа ойошмаларынан һәм букинистарҙан 73 ғариза килгән. Йәрминкә сәғәт 10-дан 22:00 тиклем эшләйәсәк, – тип хәбәр итте Әминә Шафиҡова. – Беҙҙең бурыс – уның менән танышыуҙы бөтә йәш төркөмдәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле итеү. Көн һайын программаны “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр” форматында китап авторҙары һәм ҡунаҡтар менән осрашыу асасаҡ. Беҙ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийҙан, яҙыусылар Михаил Лабковскийҙан һәм Татьяна Устинованан, Вахтангов исемендәге Дәүләт академия театры директоры Кирилл Кроктан раҫлау алдыҡ та инде.
Фестивалдең “Уҡырға ваҡыт” тип исемләнгән киске программаһына моноспектаклдәр һәм артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында әҫәрҙәрҙе художестволы уҡыу инә. Көндәлек эштәрҙе “Кеше яҙмышы”, “Өс таған”, “Ал елкәндәр” кеүек Рәсәй һәм Башҡортостан әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән нәфис фильмдар күрһәтеү тамамлай. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә конкурстар, хәйриә акциялары, һирәк осрай торған китаптар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Ойоштороусылар көн һайын 10 меңгә тиклем ҡунаҡ килер тип көтә.