МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ - 2022
Был көндәрҙә гәзит-журналдарға яҙылыу әүҙемләшә. 4 - 14 октябрҙә 2022 йылға матбуғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө иғлан ителде. Декада мәлендә яратҡан баҫмаларға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
29 - 30 сентябрҙә Баймаҡ районында үткән осрашыуҙарҙа ла һүҙ киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороу, айырыуса туған телдә һәм балалар өсөн нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы таратыу хаҡында барҙы. Мәктәп директорҙары, уларҙың тәрбиә буйынса урынбаҫарҙары, китапханасылар менән үткән кәңәшмәләрҙә матбуғатҡа яҙылыу, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итеү, баҫмалар үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыу, райондың күренекле шәхестәре тормошон яҡтыртыу хаҡында һөйләшеүҙәр булды. Һорауҙарға яуап, теләк-тәҡдимдәр яңғыраны.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминев менән осрашыуҙа ла был мәсьәләләр хуплау тапты.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ!
С.Ғ. КӘРИМОВ,
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире,
Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры