Наҙгөлгә бүләк тапшырҙыҡ

Наҙгөлгә бүләк тапшырҙыҡ

23.03.2023

Наҙгөлгә бүләк тапшырҙыҡ
Өс кенә йәшлек булһа ла, олатаһы менән бергә тағараҡ яһап, бәйгелә ҡатнашып, призлы урын алыуға өлгәште. Улай ғына ла түгел, тағараҡҡа ем һалып, ҡыш буйы ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлаған. Вәт, афарин! Бөгөн үҙенә бүләген тапшырып ҡыуандырҙыҡ.

Наҙгөл баш ҡалабыҙҙың 48-се балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға, бейергә, йәнһүрәттәр ҡарарға ярата.

Кескәй дуҫыбыҙға бәхетле бала саҡ, яҡты киләсәк теләйбеҙ.



Автор:Юлиә Кирәева


Возврат к списку