Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә "Объективта хеҙмәт кешеһе" республика фотопроектын уҙғара.Бында ҡатнашырға фотоһәүәҫкәрҙәр- профсоюз ағзалары саҡырыла."Объективта хеҙмәт кешеһе" фотопроекты номинациялары:- Иң яҡшы портрет( ир-ат хеҙмәткәрҙәр араһында),- Иң яҡшы портрет(эшсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында),- Остаздар,- Шундай эш бар( ситуатив фотолар),- Хеҙмәт династияһы.Ғаризалар 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем БР Профсоюздар федерацияһы аппараты ҡарамағындағы Фәнни-методик эш бүлегенә fprb2021@mail.ru сайтында ҡабул ителә (тел. 272-1981).
https://ashkadar.com/articles/common_material/2022-07-13/ob-ektivta-he-m-t-keshe-e-respublika-fotopr...