Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында «Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» II Республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Был конкурс йыл дауамында барҙы. Ул ябай ғына бәйге түгел, ә аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнде. Конкурсҡа республикабыҙҙың төрлө район - ҡалаларынан 70-тән ашыу методик эшкәртмә ҡабул ителде. Уларҙың иң уңышлылары жюри алдында презентацияланды, айырым йыйынтыҡта донъя күрҙе. Еңеүсе уҡытыусылар тарафынан ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә 200-ҙән ашыу уҡытыусы үҙ белемен камиллаштырҙы, оҫталығын арттырҙы.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Рафаил улы Батыршин, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Вәзир улы Йәнгиров, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Фәнил ҡыҙы Ғәзизова, Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе Рифат Риф улы Әйүпов ҡатнашты.
Конкурсанттар 6 номинацияла билдәләнде: «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған телдә уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә», «Мәктәптә туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Профессиональ белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеүҙә иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Туған телдәрҙә үткәрелгән дәрестән тыш саралар буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә», «Туған телде уҡытыуҙа цифрлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә». Һәр номинацияның үҙ призерҙары һәм еңеүселәре асыҡланды.
Алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған талантлы педагогтарҙы берләштергән был конкурс уҡытыусының абруйын үҫтереү, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу йәһәтенән бик мәртәбәле булды.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы