07.04.2022
Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ!
Рәүеф Хәй улы Насировтың исеме онотолмаһын!
Әле генә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты булырға хыялланып йөрөгән кисәге уҡыусылар, хәҙер инде 5-се курсты тамамлау алдына торабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙең өсөн иң мөһим эштәрҙең береһе – ул сығарылыш квалификация эшен (элеккесә – диплом эше) еренә еткереп яҙыу, уны уңышлы итеп яҡлап сығыу.
Мин, Хәмитова Лиана Айрат ҡыҙы, эҙләнеүемдең төп темаһы итеп, әсәйемдең яҡташы, Учалы районының билдәле шәхестәренең береһе Рәүеф Насировтың ижад һәм тормош юлын һайланым (Минең ғилми етәксем – Нәбиуллина Гөлнур Мирза ҡыҙы ла Учалы ерендә тыуып үҫкән). Яҙыусы, журналист, тарихсы тураһында әсәйемдән бәләкәй саҡтан уҡ ишетеп, белеп үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхсән күреп, һөйләшергә насип булмаһа ла, уның тормошон, ижадын өйрәнеү минең өсөн бәхет тә, шул уҡ ваҡытта ҙур һынау ҙа булып тора. Төрлө сығанаҡтарға, интернет селтәренә таянып Рәүеф ағай Насировтың ҡыҫҡаса биографияһын һәм ижади юлын түбәндәгесә күҙаллайым.
Рәүеф Хәй улы Насиров 1935 йылда Башҡортостандың Учалы районының Ҡужай ауылында донъяға килә. Урта белемде тыуған яғында ала, Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Мейәс автомобиль заводында эшләй. Өс йыл армияла хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын үтәй. 1970 йылда Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетын тамамлай.
1967 – 1982 йылдарҙа – Учалы районының “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенең баш мөхәррире, һуңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары була, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарында публицистика бүлеген етәкләй. 1970 йылда Журналистар Союзына алынһа, 1999 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Халҡы алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте лә юғары баһалана. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының, 1978 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты булып таныла.
Рәүеф Насиров башҡорт әҙәбиәтенең проза жанрын, публицистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Публицистик жанрҙа ижад ителгән яҙмалары аша ул халҡыбыҙ тарихында быға тиклем асылмаған аҡ биттәрен асыуға, шәхестәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә.
Шулай уҡ, проза жанрында ла ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшә. Тәүге “Тораташ янында таң тыуа” тип аталған әҫәре 1977 йылда “Ағиҙел” журналындабаҫыла. 1992 йылда повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы булған “Бурыс” тип аталған китабы донъя күрә. Һуңғараҡ үҙен драма жанрында ла һынап ҡарай: “Мәңгелек юлдаштар” тип аталған пьеса ижад итә.
Рәүеф Насировтың халҡы тарафына нюғары баһаланған хеҙмәттәренең береһе – ул Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың биографияһын ентекле һәм тәрәндәнөйрәнеп, уны башҡорт халҡының батыр улдарының береһе Шакирйән Юнысулы Мөхәмәтйәнов икәнлеген асыҡлап “Ҡайҙан һин, Матросов?” тип аталған повесть ижад итеүендә.
Тынғыһыҙ журналист, яҙыусы, тарихсы, эҙәрмән Рәүеф Хәй улы Насиров 2014 йылдың 6 июнендә, 78 йәшендә вафат була.
Халыҡты һәләтле шәхестәр күтәрә тиҙәр. Кемдер ғалим булараҡ асыштар яһай, икенсе берәүҙәр тыуған ерен дошман ҡулынан һаҡлап батырлыҡ ҡаҙана. Яҙыусы, журналистың төп бурысы – туған халҡы, иле өсөн изге эштәр башҡарған шәхестәрҙең эшен, тормош юлын яҡтыртыу. Был йәһәттән тарихи әҫәр яҙыусыларҙан, эҙәрмән, һәләтле, бер нимәлә туҡтап ҡалмаҫ журналистарҙан башҡорт халҡы уңған. Шулар араһында башҡорт халҡының тарихын төрлө яҡлап яҡтыртҡан, яңылыҡтар индереүгә ҙур көс һалған Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәүеф Насировтың күп ҡырлы ижады ҙур урын алып тора.
Ҡыҙғангысҡа ҡаршы Рәүеф Насировтың тормош юлы, ижады ныҡлы өйрәнелмәгән. Һәм мин, ошо яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алып, Рәүеф ағай ҡалдырған әҙәби мираҫты төплө өйрәнергә тигән маҡсат ҡуйҙым. Сығарылыш квалификацияһы эшемде тулыландырыр, байытыр өсөн һеҙҙән – яҡташтарынан ярҙам кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙең арағыҙҙа уның яҙмышын, ижады менән бәйле ваҡиғаларҙы белгән кешеләр булһа, минең менән бәйләнешкә сығып, ярҙам ҡулы һуҙһағыҙ мин бик шат булыр инем.
Лиана Хәмитова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты
P.S. Бәйләшеш өсөн
Whats App –+79659396434,
почта – hamitovaliana31@gmail.com
Бәйләнештә селтәрендә -https://vk.com/liana0800
"Яйыҡ" гәзите
Возврат к списку