Дуҫтар, яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан "РӘХМӘТ ҺИҢӘ, УҠЫТЫУСЫМ! " тигән конкурс иғлан итәбеҙ!
Шарттар түбәндәгесә:
Яратҡан уҡытыусығыҙҙың (әле эшләп йөрөгән йәки хаҡлы ялда булған) ФОТОҺЫН ошо альбомға https://vk.com/album-117987611_286601842 өҫтәргә.
Исем-шәрифен, ҡайһы райондан икәнен, ниндәй фәндән уҡытыуын яҙырға.
Фотолар 19 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Артабан иң лайыҡлы уҡытыусы өсөн төркөмдә тауыш биреү башланасаҡ. Йомғаҡлау - 5 октябрҙә, көндөҙгө 4-тә.
ЕҢЕҮСЕ ХАҠЫНДА "ВАТАНДАШ" ЖУРНАЛЫНДА МӘҠӘЛӘ ДОНЪЯ КҮРӘСӘК!
Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың барыһына ла редакция исеменән Дипломдар тапшырыла.
https://vk.com/vatandash_journal?w=wall-117987611_33330