РӘМИ ҒАРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ ВИДЕОКОНКУРС
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 90 йыл. Ошо уңайҙан “Аҡбуҙат” журналы Салауат районы хакимиәте менән берлектә балалар араһында видеоконкурс иғлан итә.
Конкурс шарттары:
Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ятлап, видеоға яҙҙырып ошо яҙманың комментарийҙарына йәки төркөмдөң шәхси хәбәрҙәренә һалырға.
Ҡатнашыусылар “Аҡбуҙат” журналына һәм журналдың түбәндәге социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә яҙылған булырға тейеш:
Бәйләнештә”: https://vk.com/journal_akbuzat
“Инстаграм”: https://www.instagram.com/zhurnalakbuzat/
“Фейсбук”: https://www.facebook.com/groups/2573016319629170/
“Одноклассники”: https://ok.ru/group/54394944290946
“Тик Ток”: https://www.tiktok.com/@akbuzatjournal
Видеояҙмалар менән бергә журналға яҙылыуҙы раҫлаған квитанцияларҙы ла беркетергә.
❗Конкурс 12 ғинуарҙан 12 февралгә тиклем дауам итә.
Еңеүселәр ике ысул менән: өс еңеүсе журналдың “Бәйләнештә” төркөмөндә тауыш биреү ярҙамында, өс еңеүсе баһалама ағзалары ярҙамында билдәләнә.
I урын яулаған ике еңеүсе балаға Салауат районы Арҡауыл ауылына, Рәми Ғариповтың йорт-музейына мауыҡтырғыс сәйәхәт ойоштороласаҡ.
"Аҡбуҙат" журналы