Шағирлыҡ - ул йөрәк телеп, Ямау кеше яраларын
Башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 2018 йылда БР-ҙың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Таш-Аҫты ауылында тыуған.
Буласаҡ шағир Имәндәш урта мәктәбен тамамлай, Алыҫ Көнсығышта ил сиге ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә, БДУ-ның филология факультетын тамамлағас, “Йондоҙ” район гәзитендә тәржемәсе булып эшләй, бер аҙ районыбыҙ мәктәптәрендә балалар уҡыта, һуңынан Өфө ҡалаһына килеп, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәре, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакцияһында эшләй, әлеге көндә “Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире.
Салауат Әбүзәров әҙәбиәткә 90-сы йылдарҙа килә. Ул шағир, драматург булараҡ билдәле, тиҫтәгә яҡын китап авторы, шулай уҡ матбуғат баҫмаларында хикәйәләре донъя күреп тора. Әҙиптең тәүге “Хыялый” лирик комедияһы байтаҡ йылдар М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрҙары, М.Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт драма, Яр Саллы татар драма театрҙары сәхнәләренән төшмәй уйнала. “Хыялый” һәм “Әсир” пьесалары драма әҫәрҙәре республика конкурсында беренсе урын яулай. Тәүге драма әҫәрҙәрен яҡташтары – Ғафури халыҡ театры (“Байраҡ аҫтында”) һәм “Ҡараншишмә” халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштерҙе.
Салауат Нәзир улы тормош иптәше Лүзә Харис ҡыҙы менән дүрт бала (Гөлсирен, Наҙгөл, Айбулат, Арслан) тәрбиәләп үҫтерәләр, ҡыҙҙары эшләп йөрөйҙәр.
Беҙ, яҡташтары һәм коллегалары Салауат Нәзир улын 55-се ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға иҫәнлек, ижади ҡомар теләйбеҙ.
"Табын" газетаһы.