Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә, бер төркөм яҙыусылар Флүр Ғәлимовтың «Генерал Шайморатов» романы буйынса уҡыусылар конференцияһы ойошторҙо. Был сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары».
Сарала Башҡортостандан бер төркөм яҙыусылар – Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, прозаик Флүр Ғәлимов һәм тарихсы Азат Ярмуллин ҡатнашты.
Конференция Силәбе ҡалаһында, Башҡортостан вәкиллегендә үтте. Ҡунаҡтар 112-се Башҡорт атлы дивизия батырҙарына арналған һәйкәлгә сәскләр һалды, артабан йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов та республика делегацияһы менән булған эшлекле һөйләшеүҙә ҡатнашты.
Икенсе көндө бер төркөм яҙыусыларҙы Арғаяш районы хакимиәте башлығы Игорь Ишимов ҡабул итте.
Башҡортостан яҙыусылары менән булған осрашыуҙа һүҙ башлыса данлыҡлы башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында барҙы.
Игорь Викторович был дивизия составында һуғышҡан Арғаяш кешеләре тураһында ла ғорурланып иҫкә алды.
Шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашҡандар Арғаяш районында башҡорт мәҙәниәте, мәғарифәте мәсьәләләрен дә урап үтмәне.
Конференция урындағы мәҙәниәт йортонда ойошторолғайны, унда урындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар, урындағы әҙби берекмә ағзалары саҡырылғайны. Уҡыусылар конференцияһында Флүр Ғәлимовтың «Генерал Шайморатов» романы буйынса тарихи –әҙәби викторинаға йомғаҡ яһалды, Башҡортостан Яҙыусылар союзының Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Делегация шулай уҡ Арғаяш аграр колледжында ла булды, студенттар һәм педагогтар менән осрашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин «Шайморатовсылар —легенда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» белешмәһе менән таныштырҙы, Силәбе батырҙары хаҡында һөйләне.
Студенттар һәм педагогтар төрлө һорауҙар бирҙе, яҙыусылар менән аралашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы