06.06.2024
Уҡыусыларыбыҙ менән фекер алышыу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Оҙаҡ йылдар дауамында баҫмаға тоғролоҡ һаҡлағандар киләһе ярты йыллыҡҡа, кемдер уға беренсе тапҡыр яҙылды. Бығаса баҫманы һатып алып уҡығандарға ул июль айынан үҙҙәренең хат йәшнигенә киләсәк.
“Көнгәк”кә яҙылыусылар араһында бүләк уйнаттыҡ. “Яҙыл да, бүләк от” акцияһының төп призын бөгөн Рәфис Сафин яуланы. Ғөмүмән был көндө бер кем дә буш ҡайтманы. Еләк йыйырға күнәктәр һәм табаҡтар алып, ҡыуанып, таныштары, дуҫтары менән аралашты, улар менән сәй табыны артында донъяуи хәлдәр хаҡында һөйләшеп ултырҙы.
Редакция алдына ҡуйылған бурыстарҙы һәм тираж буйынса планын үтәп килә. Беҙ, журналистар, гәзиткә яңылыҡ индереү, уның дизайнын үҙгәртеү, йөкмәткеһен байытыу өҫтөндә даими эш алып барабыҙ. Интернет селтәрендәге төркөмдө, сайтты кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп алып барырға тырышабыҙ. Район-ҡала тормошон мөмкин тиклем киңерәк яҡтыртыуға иғтибар бирәбеҙ, шулай ҙа беҙ һәр ваҡыт һеҙгә, тоғро уҡыусыларыбыҙға, иҫәп тотабыҙ. Даими яҙышҡан авторҙарыбыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ - беҙгә ҙур терәк.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Йылдар дауамында оҙата барған дуҫлығыбыҙ оҙаҡҡа һуҙылһын, баҫмаға яҙылыусылар һаны артһын тип теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
"Көнгәк" гәзитенән