“Табын”дар - Ҡауарҙыла!
Барыуыбыҙҙың маҡсаты - гәзиттең 2020 йылғы лауреаты Рим Әхтәрей улы Насировҡа Н.Фәрхшатов исемендәге премияны тапшырыу һәм уҡыусыларҙы гәзит менән яҡындан таныштырыу, шулай уҡ “Коллектив менән “Табын”ға” бәйгеһенә ҡушылған уҡытыусылар коллективы тураһында башҡаларға еткереү, гәзиткә яҙҙырыу ине.
Етәкселек сараға билдәләгән ваҡытҡа ҡыңғырау шылтырап, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылышты, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов та килеп еткән ине. Йыйылыусылар иң тәүҙә “Табын” гәзитенә ҡағылышлы стена гәзиттәрен дә ҡарап сығырға өлгөрҙө.
Мәктәп директоры Фәймә Рәжәп ҡыҙы Зөлҡәрнәйева барыһын да сәләмләп, сараның маҡсатын аңлатып үткәндән һуң, һүҙҙе “Табын” гәзите мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаеваға тапшырҙы. Ул иң тәүҙә Башҡорт теле көнө менән ҡотлап үтте һәм уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуын, үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, аралашып йөрөүҙәрен теләне. Гәзиттең тарихы тураһында һөйләп үткәндән һуң, уның элекке мөхәррирҙәре, Н.Фәрхшатов премияһы лау-реаттары, хәҙерге коллективы менән дә таныштырҙы.
- Һеҙҙең алда ауылдың ветерандар советы рәйесе, уҡытыусы-ветеран, гәзиттең үҙ хәбәрсеһе Рим Әхтәрей улы Насировҡа гәзиттең 2020 йылғы Н.Фәрхшатов исемендәге премияны тапшырып үтергә рөхсәт итегеҙ. Ул күпселек Еңеү, ауыл тарихы, уҡытыусы ветерандар тураһында яҙа, шиғырҙары ла бар. Үткән йылда үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын да билдәләне. Гәзитебеҙҙең лайыҡлы үҙ хәбәрсеһенә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ. Артабан да хеҙмәттәшлекте да-
уам итәйек. Һеҙҙең арала ла яҙышҡан, ҡәләм тирбәткән уҡыусылар булһа, бәләкәй генә һүрәтләмәләр яҙып ебәрегеҙ. Һеҙҙең ижади эшегеҙ шунан башлана. Журналистар һәр өлкәлә лә кәрәк. Беҙгә лә алмаш әҙерләү зарур, - тине Гөлдәр Барый ҡыҙы һәм Рим Насировҡа премияны тапшырып, Диплом менән бүләкләп үтте.
Рим Әхтәрей улы сығышында “Табын” редакцияһына үҙенең рәхмәтен еткереп: “Мәктәпкә “Табын”дар килеүе бик хуп. Гәзиттең нисек үҙ аллы булып сығыуын яҡшы хәтерләйем. Исем ҡушыуҙа минең дә өлөшөм бар. Бына хәҙер 30 йыл да булып киткән. Мин үҙем “Табын”һыҙ йәшәй алмайым, иң тәүҙә Ҡауарҙы һүҙен эҙләп сығам. Беҙ, оло быуын кешеләре, ашамаһаҡ ашамайбыҙ, әммә “Табын”ды ҡулға алып уҡып сыҡмаһаҡ күңел булмай, - тине ауылдың аҡһаҡалы.
- Табын – ул ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Шул ырыу исеме ҡушылған гәзит бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан гәзит булыуы ҙур ғорурлыҡ. Бөтәбеҙ ҙә телефонға күскәнбеҙ, әммә ошо гәзитте ҡулға алып уҡымаһаң, йоҡлап китеп булмай. Тик яҙылыусылар һаны аҙ булыуы борсолдора. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, мин үҙ сиратымда ике уҡыусыға – Камила Әбүбәкирова менән Азалия Абдуллинаға ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып бүләк итәм, - тине Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов үҙ сығышында.
Сарала уҡыусылар гәзиттең үҙаллылыҡ емеше булып баҫыла башлаған осорона сәйәхәт ҡылды, фотоматериалдар менән танышты, бөгөнгөһө хаҡында ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. “Табын” гәзите тураһындағы викторина һорауҙарына кемуҙарҙан яуап бирҙеләр, һәр береһенә бүләктәр ҙә таратылды. Гәзиткә яҙылыусылар ҙа булды, уларға бүләк отошо ла үткәрелде.
Шуны ла әйтеп үтәйек, мәктәптә бөгөнгө көндә 107 уҡыусы белем алһа, балалар баҡсаһына 40 бала йөрөй. Белем усағында 16 уҡытыусы балаларға белем орлоҡтары сәсә. Уларҙың алтыһы - юғары, һигеҙе беренсе категориялы уҡытыусылар. Нурсилә Дәүләтбаева, Ләйсән Исхаҡова, Наҙгөл Мөхәмәтдинова яңы эш башлаған йәш уҡытыусылар. Мәктәптә музейға айырым бүлмә бүленеп, унда педагог, БР-ның халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдиновтың һоҡланғыс һүрәттәре һаҡланыуы һөйөндөрҙө. Мәктәп етәкселеге 2019 йылда ППМИ буйынса мәктәпкә компьютерҙар алыуға бүленгән 564 мең һум проект аҡсаһына нимәләр алыуға өлгәшеүҙәрен дә шатланып күрһәтеп сыҡты.
Шундай матур көндә бик күркәм сара килеп сыҡты. 5-се класс уҡыусылары Аҡйондоҙ Дәүләтбаеваның, Илнара Дауытованың, Айбулат Бәшировтың, 7-се кластан Гөлшат Бәшированың тасуири итеп башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләүе, Юлай Ниғмәтуллиндың (2-се класс), Азалия Аҙнағолованың (3-сө класс), мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Юлай Аҙнағоловтың дәртле йырҙары ла был сараға онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәне.
Һуңынан "Коллектив менән "Табын"ға!" бәйгеһенә ҡушылған Ҡауарҙы урта мәктәбе коллективын фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов гәзит менән бергә фотоға ла төшөрҙө.
Осрашыу һуңында редакция тәҡдимен күтәреп алған Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Р.Ғ.Абдрахмановҡа, мәктәп директоры Ф.Р. Зөлҡәрнәйеваға, ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Ю.Р.Аҙнағоловҡа, уҡытыусылар коллективына мөхәрриребеҙ Гөлдәр Барый ҡыҙы рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Был сара һәр кем өсөн файҙалы һәм фәһемле булғандыр тип уйлайбыҙ.
Автор:Альфия Валиева