Тамашаға рәхим итегеҙ!
Тормошсан һәм бай йөкмәткеле әҫәрҙәре менән халыҡ һөйөүен яулаған яҙыусыбыҙ Мөнир Ҡунафиндың драмаһы буйынса режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған был тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Барыһы ла бар бында - тормош, көрәш, дуҫлыҡ, мәрхәмәт, ныҡлыҡ, түҙемлек... Эйе, көслө тарих, ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиға һәм ғорур ат!
Тамашасылар һөйөүен яулаған артистарыбыҙҙың сәхнә тултырып уйнауҙарын яратып ҡарайыҡ, улар менән һоҡланайыҡ, улар менән бергә көрәшәйек, улар менән бергә уйнайыҡ. Артистарыбыҙҙың һәр береһе айырым талант, һәр береһе һоҡланғыс шәхес.
Тамашанан ситтә ҡалмайыҡ.
https://vk.com/club200565244?z=photo-200565244_457239814%2Falbum-200565244_00%2Frev