Был проект сиктәрендә быйыл районыбыҙҙың Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто ремонтланды. "Торатау" гәзите хәбәрсеһе Гөлнора Йәмилева һәм Ишембай телевидениеһы хәбәрсеһе Милә Мәзитова матбуғатта "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында еңеүселәр булды. Бөгөнгө кәңәшмә барышында уларҙы тантаналы рәүештә ҡотлап үттеләр.
Хәбәрселәрҙе беҙ ҙә хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы