Уҡыусылар өсөн хәрби-илһөйәрлек конкурсы

Уҡыусылар өсөн хәрби-илһөйәрлек конкурсы

29.04.2022

Уҡыусылар өсөн хәрби-илһөйәрлек конкурсы
Республикала Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған «Геройҙар иҫтәлегенә. Быуындар бәйләнеше» тигән конкурс үтә. Унда V – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Бәйгене Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Журналистар союзы менән берлектә ойоштора.

Конкурстың мәктәп этабы 30 апрелдә тамамланасаҡ. Район этабы 1-енән 31 майға тиклем дауам итә. Ә республика этабы 1 июндән 14 июнгә тиклем барасаҡ.

Уҡыусыларҙан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә иншалар, әҙәби этюдтар, эсселар ҡабул ителә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре тураһында яҙылған материалдарҙы фронттан килгән хаттар, фотолар, музей документтары, олатай-өләсәйҙәрҙең хәтирәләре менән байытырға мөмкин. «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыуығыҙ, ғаиләгеҙҙә Еңеү байрамын нисек үткәреүегеҙ тураһында яҙыу ҙа хуплана.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина


Возврат к списку