Баҫмаға әҙерлекле кадр булып килә
«Таңсулпан Ғарипованы эшкә алып, һеҙ хаталанманығыҙмы икән?» – «Ватандаш»тың ике хеҙмәткәре баш мөхәррир Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа шундай һорау менән инә. «Хафаланмағыҙ. Мин уны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән сағынан уҡ беләм», – тип яуап ҡайтара баш мөхәррир. Таңсулпанды яҡшы белгәнгә күрә лә Ғайса ағай уны бер йыл буйына көтә. Шуға тиклем әҙәбиәт бүлеге мөдире булмай «Ватандаш»та.
...1995 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тыуған журнал өс телдә донъя күрә. Халҡыбыҙҙың рухи күтәрелеш кисергән осоро, етди материалдарға мохтажлыҡ ифрат ҙур.
Таңсулпан Ғарипованың Өфөгә килергә теләге була булыуға, тик морон төртөр урыны ғына юҡ. Эш хаҡы бәләкәй, 2 мең генә. Был ғына аҡсаны ҡуртымға фатирға түләйһеңме, йән аҫырайһыңмы?
Ул саҡтағы мәҙәниәт министры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовҡа ярҙам һорап бара Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы. Яҙыусыны Учалылағы һәм Сибайҙағы эшмәкәрлеге буйынса яҡшы белгән министр:
– Бик ауыр хәлгә ҡуйҙың бит әле мине, Таңсулпан. Әгәр һин Өфөгә килә алмаһаң, мин ғәйепле булып сығаммы? – ти.
– Юҡ, улай уйламағыҙ, зинһар! – Шулай ти ҙә, ярҙамға әллә ни өмөт итмәй, Сибайға ҡайтып китә Таңсулпан.
Ике аҙна үткәс, Тәлғәт Сәғитов шылтырата:
– Йәштәр бульварынан бер бүлмә бар. Килеп асҡыс ал.
Бына шулай Ғайса Хөсәйенов һәм Тәлғәт Сәғитов ярҙамы менән 25 йыл ғүмерен Урал аръяғында – Учалыла һәм Сибайҙа йәшәгән Таңсулпан Ғарипова Өфөгә юллана, «Ватандаш» журналына эшкә килә. Әҙәбиәт, фольклор, әҙәби тәнҡит, дин, шәжәрә буйынса мәҡәләләр әҙерләргә тейеш була ул. Тартҡан атты егәләр, тигән һымаҡ, эште өйәләр генә. Әммә ул, Учалыла «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитендә, Рәүеф Хәй улы Насиров ҡулы аҫтында эшләгән кеше булараҡ, етди сынығыу үтә. Аҙаҡ үҙе юллап астырған башҡорт телендәге «Яйыҡ» гәзитендә лә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, шуға гәзит эшенең бөтә мәшәҡәттәрен белә. «Ватандаш»ҡа әҙерлекле кадр булып килә Ғарипова. Тормош тәжрибәһе лә, эш тәжрибәһе лә етерлек.
Ҡайһы районға ғына командировкаға барһа ла, журналға яҙҙыра, килешеүҙәр төҙөп ҡайта. Сибай, Хәйбулла, Учалы яҡтарынан производство алдынғылары, эшселәр, игенселәр, малсылар, яңы барлыҡҡа килгән фермер хужалыҡтары, бригада подрядтары тураһында материалдар яҙа. Сибай телевидениеһында эшләгәндәге тәжрибәһе лә, халыҡ араһында булыуы ла ярҙам итә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан сәнәғәт темаһына ҡараған мәҡәләләр эшләй. Түбә мәктәбендә уҡығанда аҙнаһына ике көн рудникта практика үтеүе, флотатор һөнәрен үҙләштереүе лә тау-байыҡтырыу комбинаты, рудник хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәсьәләне төптән белеп яҙыуға булышлыҡ итә. Журналға килешеүҙәр нигеҙендә 20–30 битлек мәҡәләләр биреп, бер йылда редакцияға 200 мең һум аҡса килтерә. Әлеге күҙлектән ҡарағанда, бик күп тә түгелдер, әммә ул саҡта редакцияға ремонт яһарға, йыһаз яңыртырға ҙур ғына ярҙам була ул. Ана шулай башлана Таңсулпан Ғарипованың «Ватандаш»тағы хеҙмәт юлы. Журналдың һәр һанына авторҙарҙың мәҡәләләрен әҙерләүҙән тыш, мотлаҡ үҙенең дә яҙмалары урынлаша. Иң тәүге эше яҙыусы Ноғман Мусин тураһындағы мәҡәләһе була.
Яҙыусының ҡыҙы Фәрзәнә үҙҙәренең дачаһына алып бара. Ҡатыны Фәймә апай «Аҡлан» буйлап экскурсияла йөрөтә, Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов һәм башҡа яҙыусыларҙың баҡсаларын күрһәтә. Ағайҙың юбилейына журналда «Ноғман урмандары» исемле очерк баҫылып сыға. Алғараҡ китеп, шуны ла әйтергә кәрәк, ике халыҡ яҙыусыһының дуҫлығы ғүмер буйына йәшәй. Ноғман ағай йәшерәк ҡәләмдәшенең һәр яҙғанына үҙенең ҡарашын, фекерен белдереп бара. Фәймә апай ҙа бик ихтирам итә Таңсулпанды. «Минең менән хушлашырға ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙан Таңсулпан ғына килһен», – тип васыят әйтеп тә ҡалдыра хушлашыр алдынан. Ныҡлап сирләп киткәс, еҫкәп ятһын тип, ике шыршы ботағы алып бара Таңсулпан Фәймә апайға. Ҡәберенә тупраҡ һала.
«Ялан сейәһе» исемле тәүге китабының мөхәррире булған Ноғман ағай аҙаҡ «Ағиҙел» журналында «Таңсулпан ҡәрҙәшкә асыҡ хат»ын баҫтырып сығара. Әҙибәнең 50 йәшлек юбилейы уңайынан уның тыуған ауылы Күсейгә барып, яҡташтары алдында тос фекерҙәре менән сығыш яһай. Ә инде әҙибәнең 70 йәшенә ҡарата «Моңло ижад йәшәү дәрте өҫтәй» тигән мәҡәлә яҙып, «Башҡортостан» гәзитендә баҫтыра. Шәхестәрҙең бындай дуҫлығына күптәр көнләшерлек.
...Яңыса хужалыҡ итеү башланғас, Хәйбулла районының Вәзәм ауылында ике тапҡыр булып, Рәйес Сурин тураһында «Ерҙең ысын хужаһы» тигән очерк яҙа Таңсулпан. «Ватандаш»тың һәр һанында тиерлек яҙыусының мәҡәләләре, очерктары баҫыла. Улар араһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе Ильяс Абдрахманов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов, Сибай элеваторы директоры Әкрәм Ниғмәтуллин, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған данлыҡлы актер Хөрмәтулла Үтәшев, башҡа бик күп күренекле шәхестәр бар.
Ә шулай ҙа Таңсулпан Ғарипова өсөн «Ватандаш» журналында эшләү йылдары «Бөйрәкәй» пенталогияһының яҙылыуы менән ҡәҙерлелер.
Дауамы: https://vatandash.ru/articles/literaturnaya%20sreda/2022-10-13/vatandash-ly-mer-yyldary-2987418