Йәш белгестәргә кәңәшсе лә, ҙур ярҙамсы ла ул!

Йәш белгестәргә кәңәшсе лә, ҙур ярҙамсы ла ул!

07.09.2022

Йәш белгестәргә кәңәшсе лә, ҙур ярҙамсы ла ул!
Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Өфө ҡалаһы Затон биҫтәһенең 18-се башҡорт балалар баҡсаһында эш башлағанда хеҙмәт юлыма һуҡмаҡ һалыусы "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына оло рәхмәтлемен! Йәш белгестәргә кәңәшсе лә, ҙур ярҙамсы ла! Шуның өсөн дә журналға һәр ваҡыт яҙылам. Әлеге ваҡытта Өфө районының Миловка ауылында "Йондоҙсоҡ" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Бик күп конкурстарҙа ҡатнашам. Күптән түгел ҙур һәм яуаплы конкустарҙың береһе – "Рәсәй тәрбиәсеһе" бәйгеһендә ҡатнашып 2-се урын алдым. Унда ла "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы ныҡ ярҙам итте. Журналға яҙылып, бүләк отоусылар араһында булыуымды белгәс, ныҡ ҡыуандым. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы мөхәрририәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Эштәрендә уңыштар теләйем!

Хөрмәтле коллегалар! Журналға яҙылайыҡ! Хеҙмәтәшлек итәйек!

А.Р. Хәлитова



Возврат к списку