04.08.2023
Йәш блогерҙан «Йәншишмә»гә күҙәтеү
????«Йәншишмә» гәзитенең 28 июль һанында йәш башҡорт блогеры Юлдаш Ҡаһарманов менән әңгәмә сыҡҡан. Үҫмер шул һанға күҙәтеү яһаған һәм 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына подписка уйнатыуы хаҡында иғлан иткән.
– «Йәншишмә» – һәйбәт гәзит. Унда минең кеүек малайҙар һәм ҡыҙҙар тураһында яҙалар. Был һанда минең менән әңгәмә сыҡҡан. Тағы ла мөхәббәт темаһы тураһында «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» тигән рубрика оҡшай. «Тирмәкәй» битендәге уйындарҙы биш йәшлек Ирәндек ҡустыма уйнатам. Ә кроссвордты ғаиләбеҙ менән бергә сисәбеҙ,– ти Юлдаш.
Дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 31 августҡа тиклем «Йәншишмә»гә элекке хаҡ менән яҙылырға була. Юғиһә, сентябрҙән хаҡтың артыуы ихтимал. Бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин, дүрт айға – 408 һум 80 тин.
Әгәр 20 августҡа тиклем яҙылһағыҙ, гәзит сентябрҙән килә башлар. Белем көнөнә шәп бүләк буласаҡ!
Яҙылыу өсөн һылтанма: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2765
"Йәншишмә" гәзитенән