Яҡташтарына 14 гәзит-журналға подписка бүләк итте!
– Бөгөн - Башҡорт теле көнөндә үҙемдең яҡташтарыма бүләк эшләргә булдым. Сөнки телгә һөйөү милли матбуғатҡа ла иғтибар менән тығыҙ бәйле. Тыуған ауылым Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенә, Маҡар моделле китапханаһына республикабыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан, төрлө йәштәге балаларға, йәмғиәтебеҙҙең төрлө ҡатламдарына тәғәйенләнгән гәзит-журналдарҙы яҙҙырҙым. Милли матбуғат, беренсенән, милли рухты байытһа, икенсенән, ошо бүләгем рухлы, көслө, ҡеүәтле Юрматы ырыуын үҫтереүгә тағы бер аҙым булһын, тигән ышаныста ҡалам, – ти Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина.
Яҡташтарына 14 гәзит-журналға подписка бүләк итте!
Бөгөн Өфөнөң "Үҙәк баҙар" сауҙа комплексында ойошторолған Матбуғатҡа яҙылыу көнөнә килеп, Гөлфирә Риф ҡыҙы башҡорт телендә сыҡҡан республика гәзит-журналдары – «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Һәнәк», «Тамаша», шулай уҡ «Ашҡаҙар» һәм «Торатау» район гәзиттәренә яҙылды.
Башҡорт теле көнөнөң төп геройҙарының береһе - бит ул рухлы, уҡымышлы милләттәшебеҙ Гөлфирә Абдуллина. Бик күптәргә өлгө! Уға рәхмәт әйтеп, эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
"Йәншишмә" гәзите
Автор:Эльвира Әсәҙуллина